“УРАЛ БАТЫР” БАШҠОРТ ХАЛЫҠ ЭПОСЫНЫҢ ПОЭТИКАҺЫ
Journal: ULUSLARARASI TÜRK LEHÇE ARAŞTIRMALARI DERGİSİ (TÜRKLAD) International Journal Of Turkic Dialects Research Международный Журнал Исследований Тюркских Наречий (Vol.1, No. 2)Publication Date: 2017-12-20
Authors : Gölnar YULDIBAYEVA;
Page : 25-46
Keywords : Башҡорт халыҡ эпосы; Мифология; Халыҡ ижады; Поэтика; Сағыштырыуҙар; Эпитеттар; Гипербола; Фольклор;
Abstract
Статья “Урал-батыр” башҡорт халыҡ эпосының поэтикаһын өйрәнеүгә арналған. Боронғо мифологияға нигеҙендә тыуған “Урал-батыр” эпосы башҡорт халҡының ғына түгел, ә бөтә донъя мәҙәниәтенең ҡиммәтле рухи хазинаһы ул. Эпос йөкмәткеһе тәү сиратта уның сюжетында, ерҙәге мәңгелек йәшәйеш, тыныслыҡ, муллыҡ, яҡшылыҡ өсөн көрәш идеяларында сағылыш ала. Уның тәрән идея йөкмәткеһе халыҡ фантазияһы менән сәнғәтсә үрелеп бирелеп, күп төрлө һүрәтләү алымдары, йәғни эпос стиленә яраҡлашҡан күп һанлы поэтик ҡабатлауҙар, ҡатмарлы сағыштырыуҙар, эпитеттар, гиперболалар, метафоралар менән биҙәлгән. Эпос поэтикаһы ситуациялар, мотивтар, бер төр поэтик алымдар, тасуири саралар, символдар ҡабатланышы менән иркен иш итә. “Урал батыр”ҙағы теге йәки был һүрәтләү сараһы ул үҙмаҡсат, телде биҙәү өсөн генә ҡулланылған һүҙ түгел, ә эпостың идея йөкмәткеһен, образдарын тәрәнерәк һәм анығыраҡ асыу, артабанғы үҫешен күрһәтеү өсөн ярҙам итә. Башҡорт халыҡ эпосының ҡайһы бер поэтик үҙенсәлектәрен генә өйрәнеү ҙә, уның классик эпостар традицияһында барлыҡҡа килеүен дәлилләй ала.
Other Latest Articles
- GÜNEY AZERBAYCANLI ROMANTİK BİR ŞAİR, GERÇEKÇİ BİR GAZETECİ: HAMİD NUTKİ
- KÖL TİGİN (DOĞU 26) VE BİLGE KAGAN (DOĞU 21) YAZITLARINDAKİ nŋyILSG İBARESİ ÜZERİNE
- КӨНЕ ТҮРКİЛİК ӘДЕБИЕТ ДӘСТҮРİ ЖӘНЕ ӘДЕБИ КӨРКЕМДİК ШЕШİМ
- IMPACT OF BIOFIELD TREATMENT ON GINSENG AND ORGANIC BLUEBERRY YIELD
- Foraging and pollination activity of Macronomia vulpina (Gerstaecker, 1857) (Hymenoptera: Halictidae) on Gossypium hirsutum L. (Malvaceae) flowers at Maroua, Cameroon
Last modified: 2018-01-03 21:47:55